Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус буйынса уҙған брифингта COVID-19-ҙы йоҡтороусылар айырыуса күп булған ҡала-райондарҙы әйтеп үттеләр.
Коронавирусҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе һис кенә лә битараф ҡабул итеп булмай. Мәкерле вирус аяҡтан йыҡҡан яҡташтарыбыҙ артыуына борсолабыҙ: тәүлек эсендә тағы ла 33 кеше сирләгән, республикабыҙҙа COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны хәҙер – 455. Бер нисә көн инде үлеү осраҡтары юҡ – эстән генә “Хоҙайға шөкөр”, тибеҙ. Сирҙән ҡотолоуҙарына шатланып, өйҙәренә ҡайтыусылар менән бергә ҡыуанабыҙ: улар барлығы - 57. Яңы артылыш яулап, унда нығыныу – бер еңеү тип баһалайбыҙ быларҙы.
Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус буйынса уҙған брифингта COVID-19-ҙы йоҡтороусылар айырыуса күп булған ҡала-райондарҙы әйтеп үттеләр. Өфө ҡалаһында – 188, Бәләбәйҙә – 42, Туймазыла – 17, Кушнаренда – 12, Октябрьскийҙа 11 кеше коронавирус менән ауырый. Ҡырмыҫҡалы районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында – 9-ар, Ейәнсура һәм Иглин райондарында 8-әр сырхау сиргә ҡаршы көрәшә. Уларҙың һауығып, тиҙерәк яҡындарын ҡосаҡлауын теләйбеҙ!