+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 19:54

Имтиханға әҙерләнәбеҙ!

Быйыл мәктәпте тамамлаусылар, ата-әсәләр һәм педагогтар иғтибарына!25 апрелдә Берҙәм дәүләт имтиханына (БДИ) һәм Төп дәүләт имтиханына (ТДИ) әҙерләнеү буйынса Республика предмет комиссиялары вәкилдәре менән онлайн-консультациялар үтә.

Быйыл мәктәпте тамамлаусылар, ата-әсәләр һәм педагогтар иғтибарына!
25 апрелдә Берҙәм дәүләт имтиханына (БДИ) һәм Төп дәүләт имтиханына (ТДИ) әҙерләнеү буйынса Республика предмет комиссиялары вәкилдәре менән онлайн-консультациялар үтә.
11-се класты тамамлаусылар өсөн:
11.00 – 12.00. Немец теленән БДИ буйынса онлайн-консультацияны Республика предмет комиссияһы рәйесе Татьяна Александровна Буркова үткәрә.
12.00 – 13.00. Рус теленән БДИ буйынса онлайн-консультацияны Республика предмет комиссияһы рәйесе Альмира Мөхәмәт ҡыҙы Ямалетдинова һәм рус теле буйынса Республика предмет комиссияһы рәйесе урынбаҫары Татьяна Владимировна Григорьева үткәрә.
14.00. – 15.00. Математиканан БДИ буйынса онлайн-консультацияны Республика предмет комиссияһы рәйесе Трунов Кирилл Владимирович үткәрә.
9-сы класты тамамлаусылар өсөн:
12.00. – 13.00. Рус теленән ТДИ буйынса онлайн-консультацияны Республика предмет комиссияһы эксперттары Альбина Феликсовна Мамяшева и Лариса Николаевна Ахкамова үткәрә.
14.00. – 15.00. Математиканан ТДИ буйынса онлайн-консультацияны Республика предмет комиссияһы рәйесе урынбаҫары Гөлүсә Фәнис ҡыҙы Сафина үткәрә.
Онлайн-консультация сиктәрендә мәсьәләләр сиселешенә анализ яһаласаҡ, типик хаталар, контроль-иҫәпләү материалдары тикшереләсәк, предмет комиссиялары вәкилдәре имтихандар үткәреүҙәге үҙенсәлектәр тураһында һөйләйәсәк.
БДИ һәм ТДИ буйынса онлайн-консультацияларҙы төп һәм резерв һылтанмалар буйынса ҡарарға була.
Әҙерләнеү осоронда ауырлыҡтар тыуҙырған һорауҙарҙы
БДИ-ға әҙерлек буйынса – [email protected],
ТДИ-ға әҙерлек буйынса – [email protected]
электрон почта адрестарына һалырға ла мөмкин. Шулай уҡ уларҙы 25 апрелдә чатта бирергә лә була.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: