+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 12:08

Хеҙмәткә саҡырыу кисектерелмәй

Әрме сафтарына яҙғы саҡырылыш башлана. Башҡортостан хәрби хеҙмәткә 5 меңдән ашыу йәш егетте оҙатасаҡ.

#домаяҡшыраҡ
Әрме сафтарына яҙғы саҡырылыш башлана. Башҡортостан хәрби хеҙмәткә 5 меңдән ашыу йәш егетте оҙатасаҡ. Был турала республика хәрби комиссары Игорь Харченко хөкүмәттә, коронавирусҡа ҡаршы штаб ултырышында белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары майҙа эш башлай. Егеттәрҙең тәүге төркөмөн оҙатыу 20 майға тәғәйенләнгән. Төбәк хәрби комиссариаттарында медицина күҙәтеүе һәм санитар нормаларға тикшереү көсәйтеләсәк. Шулай уҡ хеҙмәткә китергә тейешле егеттәрҙән коронавирусҡа анализ аласаҡтар.
Ултырышты алып барыусы республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан мотлаҡ хәрби хеҙмәт йөкләмәһен үтәйәсәк.
-Иң мөһиме военкоматтарҙа егеттәргә вирус йоҡтороу осраҡтары булмаһын, - тине ул.
Республика башлығы хеҙмәткә алынасаҡ егеттәрҙе тикшереү өсөн өҫтәмә экспресс-тестарға Рәсәй хөкүмәтенә заявка бирергә ҡушты.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: