Башҡортостан Республикаһы “Геройҙар иле” Бөтә Рәсәй проектына ҡушыла. Уҡыу программаһы биш тематик йүнәлештән тора: “Һаҡлаусылар”, “Пост №1”, “Тарихты һаҡлаусылар”, “Еңеү медиаһы”, “Еңеү ирекмәндәре”.
Проект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, үткән йылда “Геройҙар иле” буйлап 4200 уҡыусы үткән.
“Геройҙар иле” йыл һайын киңәйтеләсәк, 2024 йылға тиклем бындай лагерҙар тағы ла Рәсәйҙең 25 төбәгендә асыласаҡ. 2020 йылда проектҡа Әстерхан һәм Тверь өлкәләре, Башҡортостан һәм Мордва республикалары ҡушыла. Йәйге кампанияла биш меңдән ашыу үҫмер ҡатнашыуы көтөлә.
Башҡортостанда “Геройҙар иле” Өфө районында урынлашҡан “Огонек” балалар һауыҡтырыу лагерында ойоштороласаҡ.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, эпидемик хәлгә ҡарамаҫтан, был миҙгелгә әҙерлек һәр төбәктә ҡабул ителгән “юл карталары” буйынса бара. Лагерҙарҙы асыу төбәктәге хәлгә бәйле, улар вирус йоҡтороу хәүефлеге булмағанда ғына үтәсәк.
“Геройҙар иле” – үҙ иле тарихы менән ғорурланған, таратҡан, ата-бабалары ҡаһарманлығын хәтерендә тотҡан һәм хөрмәт иткән ысын патриоттар лагеры ул. Тик тормаҫҡа, һәр саҡ үҫешергә һәм бер ниҙән дә ҡурҡмаҫҡа – бына ҡатнашыусыларҙың девизы”, – тип яҙыла хәрби-тарихи лагерҙың сайтында. Тәжрибәле инструкторҙар балаларҙы командала эшләргә, ҡурҡыуҙы, шик-шөбһәне еңергә, аралашыу һәм лидерлыҡ оҫталығын үҫтерергә өйрәтә. Лагерҙа ҡатнашыусылар ҡоралһыҙ килеш үҙеңде яҡлау, атыу әҙерлеге һәм бысаҡ сөйөү оҫталығына өйрәнә, ГТО нормаларын үтәү мөмкинлегенә эйә була, һыу спорты төрҙәрен үҙләштерә, парашюттан һикереү буйынса тәүге дәрестәр ала.
Программала 12 – 17 йәшлек һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризаны странагероев.рф сайтында шәхси кабинетта яҙырға була. Шулай уҡ 8 (800) 201-16-81 телефоны буйынса ҡыҙыу линия ла эшләй.
Фото “Геройҙар иле” хәрби-тарихи лагеры сайтынан алынды.