+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 16:26

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант быйыл тәүге тапҡыр онлайн форматта үткәрелә. Был илдәге эпедемиологик хәлгә бәйле. Сара 25 апрелдә 11 сәғәттә башлана.

Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант быйыл тәүге тапҡыр онлайн форматта үткәрелә. Был илдәге эпедемиологик хәлгә бәйле. Сара 25 апрелдә 11 сәғәттә башлана.
Мәғлүм булыуынса, халыҡ-ара диктант беренсе тапҡыр 2019 йылда уҙғайны. Унда 69 меңдән ашыу ҡатнашты. Шунан 3 мең кеше диктантты онлайн майҙансыҡта яҙҙы.
Быйыл башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн 67 мең кеше теркәү үткән. Улар араһында Свердлов, Силәбе өлкәләре, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Мәскәү, Ноябрск ҡалалары, Яҡутстан, Краснодар крайы һәм башҡа төбәктәрҙән милләттәштәребеҙ бар. Шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Швецария, Америка Ҡушма Штаттары, Германия, Испания, Эстония, Төркиә, Берлин, Ҡытайҙа йәшәүсе башҡорттар ҙа диктант яҙырға теләк белдергән.
Диктантҡа, Башҡортостан Юлдаш каналын асып та, "Бәйләнештәр", "Инстаграм" социаль селтәрҙәре, ютуб аша ла ҡушылырға мөмкин. Уларҙың һылтанмаһы: https://vk.com/video-27097047_456247151 , https://youtu.be/XTaPHuXGLvA ; https://bashkdictant.ru/ .
Диктантта ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фотоларын #БашДиктант2020 хештегына бәйләп һала ала.
Һәм инстаграмдағы Башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау фондының @ bash_fond битендә лә билдә ҡуя ала. Иң яҡшы фотолар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтеләсәк. Өс иң яҡшы баҫмаға бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Диктантта ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында алдан теркәү үтергә кәрәк. Акцияла ҡатнашыусы һәр кем диктантты өйҙә үҙаллы яҙа ала. Артабан уны фотоға төшөрөп, сканер аша үткәреп [email protected] адресена йәки Whatsapp буйынса +7 (927) 950 - 02 - 66 номерына 2020 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә тейеш. Акцияның рәсми һөҙөмтәһе 30 тәүлек эсендә https://bashkdictant.ru/ сайтына ҡуйыласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: