COVID-19 пандемияһына бәйле ил иҡтисады ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ошо шарттарҙа предприятиелар туҡтамай эшләһен өсөн банк системаһының ҡатнашлығы бик мөһим, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин банкирҙар менән үткәргән видеокәңәшмә барышында.
Кәңәшмәнең стенограммаһы Кремелдең сайтына ҡуйылған. “Юғалтыуҙарҙы мөмкин тиклем кәметеү – беҙҙең дөйөм бурыс. Шуға Хөкүмәт граждандарға, шәхси эшҡыуарҙарға, бәләкәй һәм урта бизнесҡа, иҡтисад тотҡаһы булған компанияларға ярҙам тураһында ҡарар ҡабул итте”, - тине ил етәксеһе.
Аҡсалата дәүләт ярҙамы менән бәйле саралар :
- бәләкәй һәм урта предприятиеларға кире ҡайтарып бирелмәй торған аҡсалата дәүләт ярҙамы күрһәтергә. Уны башҡа сығымдарҙан тыш, апрель – май айҙарында эш хаҡы түләү өсөн дә тотонорға мөмкин;
- эш хаҡы түләү өсөн алған кредиттарҙың 78 процентына Тышҡы иҡтисад банкы (ВЭБ) гарантияһы бирергә;
- бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларына һәр хеҙмәткәргә 12 130 һум иҫәбенән кире ҡайтарылмай торған тура ярҙам бүлергә. Берҙән-бер шарт – эш урындарының 90 проценты һаҡланырға тейеш;
- һауа бәйләнештәре компанияларына (авикомпаниялар) ярҙам йөҙөнән 23 млрд. һум бүлергә;
- төбәк бюджеттары тотороҡлоғон тәмьин итеү өсөн урындарға 200 млрд. һум аҡса бүлергә һәм башҡалар.