+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 13:24

Табиптарға иң кәрәкле бүләк

СИБУР компанияһы Башҡортостан менән партнерлыҡ хеҙмәттәшлеге сиктәрендә республика дауаханаларының медицина хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһы табиптары өсөн бер нисә мең эпидемиологик комплект ебәргән.

Комбинезондар полимер материалдан етештерелгән. Улар коронавируслы ауырыуҙарҙы дауалаусыларҙы сир йоғоуҙан ышаныслы һаҡларлыҡ итеп эшләнгән.
“Һаҡлаусы костюмдар – коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштең алғы һыҙығына баҫҡан медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ әйбер. Сир йоҡтороу ҡурҡынысы булған шарттарҙа эшләүсе медиктарҙы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү бөгөн үтә лә мөһим”, – тине 18-се дауахананың баш табибы урынбаҫары Владислав Голубятников.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: