+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 13:57

Һинең кәләшеңдең хаттары

Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрен нисек һуғыштан көткән? Ышаныс, яҡты өмөттәр һәм мөхәббәт менән.

Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрен нисек һуғыштан көткән? Ышаныс, яҡты өмөттәр һәм мөхәббәт менән.
Уларҙың көндәлек тормошо хәләлдәренән ҡош телендәй булһа ла хат сәләмен көтөүҙән, ә, һуғыш аҙағына яҡынлашҡас үҙҙәрен көтөүҙән, яу йылдары тынғас та, хәбәрһеҙ юғалған, тигәнгә ышанмай, һаман көтөүҙән торған. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем улдарын, ирҙәрен, атайҙарын көткән ҡатындар, үҫмер ҡыҙҙар. Илап та, Хоҙайға ялбарып та, үтенеп һорап та көткән улар.
Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Еңеүҙең 75 йыллығына онлайн форматта бер айлыҡ ижади марафон башланы. Уны ойоштороусылар билдәләүенсә, башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы айырыуса киң сағылыш тапҡан. Бөтә ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, михнәтле тыл тормошо ҡатын-ҡыҙ иңенә ятҡан. Шуға күрә лә марафонда тап ҡатын ҡыҙҙарға арналған әҫәрҙәр күп. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә тағы ла шиғырҙар яңғыраны. Артистка Эльмира Юлдашева Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең “Һинең кәләшеңдең хаттары” тигән шиғри поэмаһынан өҙөк уҡыны, ә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Миңзифа Искужина Сәйфи Ҡудаш һүҙҙәренә яҙылған “Һин ҡайтманың” тигән йырҙы башҡарҙы.
Шиғырҙар ике телдә уҡыла, ижади марафонда филарамонияның бөтә артистары ла ҡатнаша. Марафон 9 майҙа, Еңеү байрамы көнөндә, тамамлана. Уны барлыҡ социаль селтәрҙәрҙәге филармония төркөмөндә тыңларға мөмкин.
#башгосфилармония #мыпомним #творческиймарафон #культурарб #мыгордимся #75летпобеде
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: