+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 09:55

Футбол манежы төҙөләсәк

Өфөлә түбәһе ябыҡ футбол манежы төҙөләсәк. Уны төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан 450 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Өфөлә түбәһе ябыҡ футбол манежы төҙөләсәк. Уны төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан 450 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Спорт комплексы “Демография” милли проектына ингән “Спорт – тормош ҡағиҙәһе” масштаблы проекты сиктәрендә төҙөләсәк.
“Нефтяник” стадионы эргәһендә, Комаров урамында заманса каркаслы-модулле павильон буласаҡ. Унда ололар һәм балалар күнекмәләр үткәрә һәм уйнай аласаҡ. Спорт комплексының проекты әҙер, майҙа подрядсылар менән контракт төҙөргә ниәтләйбеҙ”, – тип яҙып сыҡты был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
– Өфөлә футбол манежы федераль программа буйынса төҙөлә. Был грантты алыу өсөн республика Хөкүмәте ҙур эш башҡарҙы. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки республикала бер футбол манежы ла юҡ. Уны төҙөү футбол клубы өсөн генә түгел, Башҡортостанда артабан футбол үҫеше өсөн кәрәк. Әлеге осорҙа иң мөһиме – был проектты юғалтмау. Әле ауыр мәл булыуын аңлайым, әммә беҙгә артабан атларға кәрәк , – ти “Өфө” футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: