+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 10:00

Фатирҙы 6,5 процент менән ипотекаға алған

Рәсәй Президенты Владимир Путин 16 апрелдә коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле төрлө өлкәгә дәүләт ярҙамы тураһында белдереү яһағайны. Торлаҡ төҙөлөшө тармағы туҡтап ҡалмаһын өсөн 6,5 процент менән ипотека кредиты биреү тураһында ла һүҙ булды.

Ошо көндәрҙә Өфөлә яңы шарттар нигеҙендә тәүге фатир һатылды, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Яңы төҙөлөп ятҡан йорттағы 4,2 млн. һумлыҡ фатирҙы алыу өсөн кредитты Тышҡы сауҙа банкы (ВТБ) биргән.
Махсус ипотека кредиты буйынса торлаҡты яңы төҙөлөп ятҡан йорттарҙан ғына алырға мөмкин. Был шарттар менән ипотеканы 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем генә алып була.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: