+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 12:31

Бөйөк Еңеү көнө яҡынлаша

#домаяҡшыраҡМарт аҙағында үҙҡурсаланыуға киткән республика халҡы өйҙә ултырыуҙың тиҙерәк тамамланыуын көтә. Мәкерле вирус хатта май байрамдарына ла үҙгәрештәр индереүе ихтимал.

#домаяҡшыраҡ
Март аҙағында үҙҡурсаланыуға киткән республика халҡы өйҙә ултырыуҙың тиҙерәк тамамланыуын көтә. Мәкерле вирус хатта май байрамдарына ла үҙгәрештәр индереүе ихтимал.
Айырыуса 9 май- Еңеү байрамының нисек үтеүе хафаға һала. Сөнки был датаның 1945 йылдан алып бер ваҡытта ла үткәрелмәй ҡалғаны юҡ ине.
Республика башлығы Радий Хәбиров кеше хоҡуҡтары буйынса кәңәшмәлә, 27 апрель, был турала айырым хәбәр итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
-Бөйөк Еңеү байрамына ни бары һигеҙ көн ҡалып бара. Уны нисек байрам итәсәкбеҙ? Ошо хаҡта дүшәмбе көнө әйтермен. Минең уйымса, беҙ үҙенсәлекле генә саралар планы ҡабул иттек,-тине ул.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты коронавирусҡа бәйле, хатта Еңеү парадын да кисектергәйне. Уның яңы датаһы әлегә билдәләнмәгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: