0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 23:35

Бөгөн кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башланды

Бөгөн кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башланды. Ул –Ислам диненең биш нигеҙҙәренең береһе булған ураҙа ғәмәлен башҡарыу айы. Был изге айҙа кешеләр, көндөҙ ашауҙан баш тартыуҙан тыш, бик күп башҡа изгелектәр ҙә ҡылырға тейеш.

Бөгөн кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башланды. Ул –Ислам диненең биш нигеҙҙәренең береһе булған ураҙа ғәмәлен башҡарыу айы. Был изге айҙа кешеләр, көндөҙ ашауҙан баш тартыуҙан тыш, бик күп башҡа изгелектәр ҙә ҡылырға тейеш.
Иң тәү сиратта, ураҙа тотоу нәфсене еңергә өйрәтә, ул – тәнде лә, йәнде ла таҙарта, дауалай. Ураҙаны аҡылы теүәл, тәне һау-сәләмәт булған бөтә мосолмандарға ла тотоу лазым. Ниндәйҙер сәбәп менән берәй көн ураҙаны ҡалдырырға тура килһә, был көн өсөн һуңынан тотоп ҡуйырға мөмкин.
Ураҙа тотҡан әҙәм балаһы­ның күңеле йомшара, ул мохтаж­дарға, сирлеләргә ҡарата иғти­барлыраҡ, мәрхәмәтлерәк була башлай. Көндө ризыҡһыҙ үткәр­гән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормош­тоң асылына, мәғәнәһенә нығы­раҡ төшөнә.
Ныҡ өлкән йәш­тәге­ләргә, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр арҡаһында һау­лы­ғы мөмкинлек бир­мәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙа­ҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һа­лырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәр­биәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә.
Кеше, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы тө­шөүенә ҡолаҡ һал­ма­йынса асығып йө­рөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ура­ҙа­һының сауабы булмай. Быны диндар­лыҡ түгел, ә Хоҙай күр­һәткән юлдан сит­кә тайпылыу тип аңларға кәрәк.
Рамаҙан айы матур байрам – Ураҙа ғәйете менән тамамлана.
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, ҡәрҙәштәр!
Интернет сығанаҡтары файҙаланып әҙерләнде.
Читайте нас: