+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 18:50

Һауығыусылар яңы сирләүселәрҙән күберәк

Коронавирусҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙән ҡыуаныслыһын еткерергә ашығабыҙ: республика буйынса үткән тәүлектә һауығыусылар (28) яңы өҫтәлгән ауырыуҙар һанын (26) уҙып киткән.

Коронавирусҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙән ҡыуаныслыһын еткерергә ашығабыҙ: республика буйынса үткән тәүлектә һауығыусылар (28) яңы өҫтәлгән ауырыуҙар һанын (26) уҙып киткән.
Был эпидемия башланғандан алып беренсе тапҡыр күҙәтелә. Коронавирус диагнозы раҫланған кешеләр хәҙер йәмғеһе 422. Тәүлек эсендә үлеү осраҡтары булмаған.
Рәсәйҙә COVID-19 вирусын йоҡтороусылар 62 773 иҫәпләнә, донъяла – 2 637 314...
Аяуһыҙ вирусҡа ҡаршы көрәштә әле иң көслө ҡоралыбыҙ алтын сабырлыҡ икәнен иҫтә тотайыҡ, дуҫтар!
.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: