+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 09:55

Ағас ултыртыу һәм янғындар осоро етте

20 апрелдән Башҡортостанда урманда ағас ултыртыу һәм янғын хәүефлеге осоро асылды. Ағас ултыртыу эштәре “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты һәм “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

20 апрелдән Башҡортостанда урманда ағас ултыртыу һәм янғын хәүефлеге осоро асылды. Ағас ултыртыу эштәре “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты һәм “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, республикала урман фонды биләмәһендә урманды тегеҙеү айлығы башланды. Планлы урманды тергеҙеү өсөн әҙерләнгән майҙандарҙа ағас ултыртыу өсөн тупраҡтың әҙер булыуы тикшерелә, питомниктарҙа үҫентеләр әҙерләнә, мөмкин булған ерҙәрҙә ағас ултыртыла.
Быйыл 14,2 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү эштәре ҡаралған, уның 7,4 мең гектарында ағас ултыртыласаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: