+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 11:31

«Зөләйхә күҙҙәрен аса “ юғары рейтинг йыйған

#домаяҡшыраҡЙәмғиәттә, айырыуса мосолман донъяһында, “Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын бер яҡлы ғына ҡабул итмәһәләр ҙә, “Рәсәй” телеканалының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, картина был миҙгелдең иң яҡшы сериалы исемлегенә ингән.

#домаяҡшыраҡ
Йәмғиәттә, айырыуса мосолман донъяһына, “Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын бер яҡлы ғына ҡабул итмәһәләр ҙә, “Рәсәй” телеканалының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, картина был миҙгелдең иң яҡшы сериалы исемлегенә ингән.
13 апрель, сериалдың тәүге көнөндә үк, уны бик күп кешеләр ҡарай башлаған. Белгестәр әйтеүенсә, был башҡа фильмдар араһында иң яҡшы күрһәткес.
Ошо көнгә фильмдың тәүге биш эпизоды Ютуб-каналда 9 миллиондан ашыу яҙылыусы йыйған. Ә каналдың рәсми сайтында уны өҫтәмә рәүештә ике миллиондан ашыу тамашасы ҡараған.
Был аҙнала”Рәсәй” телеканалы сериалдың премьераһын тамамлай.
“Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмы татар ҡатыны Зөләйхәнең ауыр яҙмышын бәйән итә. Уның ирен үлтерәләр, үҙен, кулак ғаиләһе, тип Себергә һөрәләр. Үҙе кеүек яҙмышлы кешеләр менән ауыр тормош ғазаптары аша үтә ул. Төп геройҙы актриса Сулпан Хаматова уйнай.
Фильм яҙыусы Гүзәл Яхинаның “Зөләйхә күҙҙәрен аса” романы буйынса төшөрөлгән.
Фото “Башҡортостан” ДТРК компанияһы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: