Һауа шарттары йылдам үҙгәреп тора. Башгидромет синоптиктары билдәләүенсә, аҙнаның аҙағы яуым-төшөмлө һәм һалҡынса буласаҡ. Арктик һауа массаһының Башҡортостанға үтеп инеүе сәбәпле төндәрен урыны менән температураның нулдән түбән төшөүе, ҡар яуыуы күҙаллана.