+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 14:15

Өлкәндәрҙе күстәнәс менән ҡыуандыралар

#БеҙБергәКоронавирус эпидемияһы осоронда ололарға, инвалидтарға, ярҙамға мохтаж башҡа кешеләргә булышлыҡ итеү маҡсатында йәйелдерелгән #Беҙбергә Бөтә Рәсәй акцияһына республикабыҙҙың барлыҡ тарафтарында дәррәү ҡушылдылар. Әлшәй районында ла, ошо проектты күтәреп алып, 65 йәштән өлкәндәргә бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыуҙы ойошторғандар.

#БеҙБергә
Коронавирус эпидемияһы осоронда ололарға, инвалидтарға, ярҙамға мохтаж башҡаларға булышлыҡ итеү маҡсатында йәйелдерелгән #Беҙбергә Бөтә Рәсәй акцияһына республикабыҙҙың барлыҡ тарафтарында дәррәү ҡушылдылар. Әлшәй районында ла, ошо проектты күтәреп алып, 65 йәштән өлкәндәргә бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыуҙы ойошторғандар.
“Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәге волонтерҙары сирҙән ҡурсаланып өйҙә ултырыусы мохтаж ололарҙың өйҙәренә ризыҡ йыйылмалары килтереп киткән. Ирекмәндәр әүҙем йәш гвардеецтар менән бергә аҙыҡ-түлекте бушатышҡан, айырып, пакеттарға һалырға ярҙам иткән.
–500 һумлыҡ йыйылмаларҙа – ярма, шәкәр, үҫемлек майы, сәй, ҡуйыртылған һөт һәм башҡа ашамлыҡтар. Улар 8-9 меңлек пенсия һәм уға социаль өҫтәмә алыусы 836 кешегә таратылды, – тип һөйләй Әлшәй районындағы ғаилә хеҙмәте етәксеһе Марина Кравченко.
Өлкәндәрҙе күстәнәс менән ҡыуандырыусы уңғандарға ла, был турала яҙып сыҡҡан “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитендәге ҡәләмдәштәребеҙгә лә “Афарин!” тибеҙ!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: