+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 19:24

Коронавирусҡа бәйле хәлдәр ниндәй?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бөгөн уҙған брифингта тәүлек эсендә республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың 396-ға етеүе, йәғни 25-кә артыуы билдәләнде.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бөгөн уҙған брифингта тәүлек эсендә республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың 396-ға етеүе, йәғни 25-кә артыуы билдәләнде.
258 сырхау дауаханаларҙа ята, ауырыуҙы еңел кисереүсе 86 кеше амбулатор дауалана. Шөкөр, яңы үлем осраҡтары юҡ. Бөгөн тағы ла дүртәүҙең дауахананан сығыуы – матур хәбәр. Шулай итеп, апрелдә барлығы 38 ауырыу сирҙе еңеүгә өлгәшкән.
Брифингта коронавирус инфекцияһына бәйле әле ҡайһы дауаханалар ябылыуы йәки өлөшләтә бикләнеүе лә әйтеп үтелде. 22 апрелгә Өфөнөң 21-се клиникаһы, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы тулыһынса ябылған. Өфө ҡалаһының 22-се, 8-се, 18-се дауаханаларында сикләү саралары индерелгән. Бөрө, Октябрьский, Ишембай үҙәк район дауаханалары, Салауат ҡалаһы дауаханаһы һәм Стәрлетамаҡтағы 1-се дауахана өлөшләтә (йәғни ҡайһы бер корпустары) ябылған. Был турала “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Венер Изикаев һөйләне.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: