Рәсәй Президенты Владимир Путин Иран Республикаһы етәксеһе Хәсән Роухани менән телефондан һөйләште, тип хәбәр ителә Кремль сайтында. Унда белдерелеүенсә, был осраҡта ла ике ил лидеры коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш мәсьәләһен ентекле тикшергән.
21 апрелгә ҡарата Иранда 82 мең кеше COVID-19 сирен йоҡторған, 5,2 мең ауырыу мәрхүм булған. Һалыуҙың таралыуы буйынса ил донъяла һигеҙенсе урында тора.
Шулай уҡ күрше дәүләт президенттары энергетика, ауыл хужалығы һәм траспорт өлкәләрендә берлектә тормошҡа ашырылған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында ла һөйләшкән.