+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 15:56

Һиндостандан, Төркиәнән ҡайттылар

Бөгөн иртәнсәк Ҡазан аэропортына Һиндостандан һәм Төркиәнән тыуған илгә ҡайтыусы туристар менән ике самолет килеп төштө. Был самолеттарҙа Башҡортостандан 50 кеше бар ине: тәүгеһендә 21 яҡташыбыҙ булһа, икенсеһендә – 29.

Уларҙы республикабыҙҙың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов ҡаршы алды. “Туристарҙы үҙебеҙгә алып ҡайтыу өсөн “Башавтотранс”тың ике автобусы бүленде, – тине Салауат Таһир улы. – Барыһын да “Йәйғор” шифаханаһындағы обсерваторға илтәбеҙ”. Юлсыларҙа коронавирус билдәләре күренмәй, бөтәһе лә үҙҙәрен яҡшы тоя.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әле сит илдәрҙә ҡайта алмай ҡалған 300-ләп Башҡортостан кешеһе бар.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: