Башҡортостанда “Минең бизнесым” үҙәге “БР ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә файҙалы мәғлүмәттәр марафоны (#марафонполезности) акцияһын үткәрә. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Акцияның асылы шунда: көн һайын бизнес вәкилдәре ябай, ғәҙәти тел менән республика эшҡыуарҙарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.
Марафон апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк. Көн һайын тура эфирҙа эшҡыуарҙар һәм эксперттар үҙенең белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Темалар төрлө: “Кризис мәленлә нисек эшләргә?”, “Пандемия осоронда яңы ҡанундар”, “Шәхси предприятие асыу яҡшыраҡмы, үҙмәшғүллекме?”
– Көн һайын беҙҙең ҡыҙыу линияға бик күп һорауҙар килә, һәр береһен шәхси тәртиптә ҡарайбыҙ. Беҙ коронавирус таралыу арҡаһында эшлекле әүҙемлек кәмеү һәм сикләүсе саралар индереү арҡаһында зыян күргән бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләйбеҙ. Дәүләт милке менән ҡулланыу өсөн ҡуртым хаҡын түләмәү, һалымды кисектереү, кредит каникулдары хаҡында һөйләшәбеҙ. Эшҡыуарҙар менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ, ҡыҙыу линия ял көнһөҙ эшләй. Норматив-хоҡуҡ акттары көн һайын тиерлек алмашынып тора, шуға ла һығылмалы булырға, заман ысынбарлығына йәһәт көйләнергә кәрәк, – ти “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Айгөл Хәбибрахманова.
Тура эфирҙар “БР ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы”ның инстаграм селтәрендәге рәсми сәхифәһендә бара.