+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 16:14

Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө ҡасанға билдәләнер?

Мәғлүм булыуынса, Президенттың тәҡдиме менән Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө бөгөнгә, йәғни 22 апрелгә тәғәйенләнгәйне. Коронавирустың таралыуына бәйле был дата кисектерелде.

Белгестәрҙең фаразлауынса, ул йәйгә тиклем оҙайтылып, 24 июнь йә иһә 8 июль булыуы ихтимал.
Шуға ҡарамаҫтан Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә бәйле фекер алышыуҙар бара, тимәк был мәсьәлә тулыһынса туҡтатылған йә иһә көҙгә ҡалдырылған тип әйтеп булмай, ти белгестәр. Сөнки, телевидение һәм баҫмаларҙа ла мәғлүмәти роликтар күрһәтеү дауам итә. Әгәр ҙә ул көҙгә ҡалдырылһа, был дата 13 сентябрь берҙәм тауыш биреүҙәр көнө менән дә тура килеүе мөмкин.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова билдәләүенсә, улар икеһе ике башҡа төрлө процедура. Бынан тыш, етди сараларҙы бер үк ваҡытта үткәреү һайлаусыларҙы ике тапҡыр ойоштороу ҡатмарлығы менән бәйле буласаҡ.
Тимәк, белгестәрҙең йәй уртаһында тигән фаразы хаҡ булыуы ла ихтимал.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: