-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 19:06

Вирус сирлеләрҙе, ололарҙы һағалай

Коронавирустың айырыуса ауыр сирҙән йонсоған кешеләргә, һаулығы ҡаҡшаған өләсәй һәм олатайҙарға аяуһыҙ икәне БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы бөгөнгө брифингта тағы ла бер билдәләнде.

Коронавирустың айырыуса ауыр сирҙән йонсоған кешеләргә, һаулығы ҡаҡшаған өләсәй һәм олатайҙарға аяуһыҙ икәне БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы бөгөнгө брифингта тағы ла бер билдәләнде.
“Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус инфекцияһынан 14 кеше донъя ҡуйҙы. Уларҙың күбеһе – 64 проценты – 60 йәштән өлкәнерәк. Барыһының да ауыр төп сирҙәре бар ине: һуңғы стадиялағы онкология, шәкәр диабеты, йөрәк ишемияһы һәм башҡа ауырыуҙар...” – тип һөйләне һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.
Башҡортостанда коронавирус диагнозы йәмғеһе 371 кешелә раҫланған, һуңғы тәүлектә сир тағы 22 кешелә табылған. Һауығыусылар һаны артып, бөтәһе 34-кә етеүе, тәүлек эсендә донъя ҡуйыусылар булмауы күңелгә йылы өҫтәгәндәй итә. Һәм йөрәктән йәнә һәм йәнә бер үк теләк урғылып сыға: ошо ҡатмарлы ла, шәфҡәтһеҙ ҙә һынауҙы бергәләшеп, имен-аман үтәйек, яҡындарыбыҙҙы һәм үҙебеҙҙе нығыраҡ һаҡлайыҡ!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: