Телефондан әңгәмә барышында Венесуэла башлағы Николас Мадуро Рәсәй Президенты Владимир Путинға коронавирус инфекцияһы менән көрәштә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
COVID-19 пандемияһынан тыш ике ил етәксеһе нефткә хаҡтар мәсьәләһенә лә ҡағылып үткән. Сөнки Венесуэла “ҡара алтын”ға бай дәүләттәр иҫәбенә инә һәм, башлыса, ер майын һатыу иҫәбенә йәшәй.