Президент Владимир Путин коронавирус инфекцияһына һәм илдә эпидемиологик хәлгә ҡағылышлы онлайн-конференция үткәрҙе. Һөйләшеүгә эпидемияға ҡаршы көрәш буйынса эксперттар, билдәле вирусологтар, инфекционистар һәм ғилми-тикшереү үҙәктәре етәкселәре саҡырылғайны.
Билдәле булыуынса, күрелгән сараларға ҡарамай, илдә инфекция киң тарала бара. Президенттың фекеренсә, COVID-19 һалыуы үҙенең иң юғары нөктәһенә әле етмәгән.
Бөгөн ғалимдар коронавирусҡа ҡаршы вакцина өҫтөндә эшләй. Эпидемиология и микробиология үҙәге етәксеһе Александр Гинцбург белдереүенсә, май аҙағына препаратты һынауҙар тамамлана. 15 июнгә уны дәүләт теркәүенә ҡуйырға һәм ҡуллана башларға мөмкин буласаҡ.