-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 15:07

Өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға – бишәр мең һум

Был түләү, 2020 йылдың 1 июленә тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡҡа эйә булған бөтә ғаиләләргә лә, хатта сертификаттағы аҡса тулыһынса тотонолһа ла, тейеш. Дәүләттең яңы ярҙамы ошо ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге һәр сабый өсөн өс ай – апрель, май, июнь дауамында бирелә.

Эпидемиологик хәлдең киҫкен тороуы сәбәпле бүленгән өҫтәмә был түләүҙәр әсәлек капиталы суммаһын кәметмәй һәм башҡа социаль ярҙам алғанда ғаилә килеме булараҡ иҫәпләнмәй.
Ярҙамға хоҡуғы булған ғаиләләргә Пенсия фондына ғариза менән 1 октябргә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Уны алыу өсөн es.pfrf.ru йәки gosuslugi.ru. порталында “Шәхси кабинет” аша ғариза яҙыу ҙа етә. Сертификат хужаһына бер ниндәй ҙә өҫтәмә документ тапшырырға түгел. Пенсия фонды, кәрәк булһа, башҡа мәғлүмәтте үҙ аллы аласаҡ.
Ғаризалар шулай уҡ Пенсия фондының төбәк идаралыҡтарында һәм клиент хеҙмәттәрендә ҡабул ителә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау өсөн, әлеге мәлдә унда телефон аша алдан яҙылып ҡына килергә мөмкин. Телефондар Пенсия фондының төбәк идаралыҡтары сайтында, “Төбәк контакттары” тигән бүлектә күрһәтелгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: