Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүсе операторҙар, шулай уҡ улар менән подряд килешеүе төҙөгән предприятиеларға сүп-сарҙы ташыу өсөн махсус техника алыуға субсидия бирәләр.
Республика ҡаҙнаһынан ярҙам ике осраҡта бирелә. Оператор техника алһа, уның хаҡының 40 проценты ҡайтарыла. Предприятие техниканы лизингҡа алған осраҡта, тәүге взностың 100 проценты ла кире ҡайтарылыуы бар, тик был сумма килешеү хаҡының 40 процентынан артмаҫҡа тейеш.
Юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға субсидия техниканы бары ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу һәм тик республика биләмәһендә генә тотоноу шарты менән бирелә. Бынан тыш, уларҙың һалым һәм ҡаҙна инвестициялары буйынса бурыстары булмаҫҡа тейеш.
Был ярҙам “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.