+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 10:05

Раевкала – яңы бассейн!

Әлшәй районы үҙәге Раевкала йәшәүселәр тиҙҙән яңы бассейнға йөрөй аласаҡ! Физкультура-һауыҡтырыу комплексында төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған инде. Әле спорт ҡорамалдарын урынлаштыралар, шул уҡ ваҡытта барлыҡ системаларҙы һынап ҡарайҙар.

БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, спорт комплексының дөйөм майҙаны 3087,4 квадрат метр тәшкил итә. Ул 150 миллион һумға төшкән. Бинала 25 метр оҙонлоҡтағы дүрт юллыҡ бассейн урынлашҡан. Шулай уҡ спорт залы, кейем алмаштырыу, тренерҙар өсөн һәм башҡа тәғәйенләнешле бүлмәләр бар. Спорт объектына хәрәкәте сикләнгән кешеләр ҙә килә аласаҡ: бассейн өсөн гидравлик күтәргес, пандустар ҡуйыласаҡ.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексы 2018 йылдың көҙөндә Владимир Путиндың май указында раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлә башлағайны. Спорт объекты 2020 йылдың икенсе кварталында тапшырыласаҡ.
Фото БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: