Илдә үҙҡурсаланыу көндәре май байрамдарына тиклем дауам итеүе ихтимал. Был хаҡта үҙ сығанаҡтарына таянып РБК мәғлүмәт сараһы хәбәр итә.
Унда билдәләнеүенсә, майҙа көтөлгән байрамдар режимдың дауамы булһа, улар араһындағы эш көндәрендә лә кешеләр өйҙә ҡалыуы мөмкин. Был - коронавирустың артабан таралыуын иҫкәртеү сараһы.
Ҡайһы бер фаразлауҙарға ҡарағанда, эшләмәгән аҙналар май урталарына, хатта июнь баштарына тиклем оҙайтылыуы ихтимал.
Рәсәй халҡы байрамдар уңайынан быйыл 1, 2, 3,4, 5 һәм 9, 10,11 майҙа ял итә. Уның араһында эш көндәре 6, 7, 8 майға тура килә.
Фото Башинформдан алынды.