+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 12:55

Депутаттар ҙа ярҙам итә

Вирусҡа бәйле үҙҡурсаланыу көндәре кемдең кем икәнлеген күрһәтте. Бөгөн үҙенең хәленә ҡарамай табиптарға, дауаханаларға, ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙған бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, айырым кешеләрҙең изге эше оло маҡтауға лайыҡ.

#домаяҡшыраҡ

Ҡайһы бер депутаттар ҙа мохтажлыҡ кисергән учреждениеларға шәхсән ярҙам ҡулы һуҙа.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе Салауат Харасов Өфөләге балалар йортона матди-техник ярҙам күрһәткән.
Аҙна башынан үҙҡурсаланыу режимына ябылған балалар учреждениеһында 50 хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә эшкә ҡала. Бала йортоноң попечителлек советы ағзаһы булған депутатҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр.
Әле балалар учреждениеһына 50 өрмәле матрас, шулай уҡ респираторҙар тапшырылған.
Салауат Харасовтың билдәләүенсә, бала йортоноң коллективына ярҙам артабан да буласаҡ.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: