+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 10:20

Башҡортостан башлығы мосолмандарҙы Рамаҙан айында үҙизоляция режимын үтәргә саҡырҙы

#домаяҡшыраҡБашҡортостан башлығы Радий Хәбиров властарҙың үҙизоляция режимын үтәргә һәм Пасха байрамын өйҙә үткәрергә тигән тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалған кешеләргә рәхмәт белдереп, мосолмандарҙы ла Рамаҙан ваҡытында үҙҙәрен һәм яҡындарын сир йоҡтороуҙан һаҡларға, өйҙә ултырырға саҡырҙы.

#домаяҡшыраҡ
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров властарҙың үҙизоляция режимын үтәргә һәм Пасха байрамын өйҙә үткәрергә тигән тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалған кешеләргә рәхмәт белдереп, мосолмандарҙы ла Рамаҙан ваҡытында үҙҙәрен һәм яҡындарын сир йоҡтороуҙан һаҡларға, өйҙә ултырырға саҡырҙы.
Республика башлығы 24 апрелдә Рамаҙан айы башланыуын, был ваҡытта мосолмандарҙың ураҙа тотоуын иҫкә төшөрҙө. Радий Хәбиров мосолман лидерҙарын диндарҙарҙың ауырыу эләктереүенә юл ҡуймаҫҡа – мәсеттәргә йыйылып, ифтар аштарын үткәрмәҫкә саҡырҙы.
«Әгәр 24 апрелдә беҙ карантин режимында булһаҡ, Ураҙа байрамына ошондай етди хәлдән сығыу юлында булырбыҙ тип ышанам», — тине республика етәксеһе.
Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин карантин көндәрендә мәсеттәрҙә күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларға барыуҙан тыйылыуҙы һораны.
«Вәғәздәр онлайн, мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты сайты аша таратыла», — тине ул.
Читайте нас: