Әлеге мәлдә 49 районда техника баҫыуға сыҡты. 15 төбәктә иртә өлгөрөүсе культуралар сәселә, бөгөнгә эштәр 9 мең гектарҙа башҡарылған.
Был турала Радий Хәбиров етәкселегендәге хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә премьер-министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов белдерҙе.
Етәксенең билдәләүенсә, ауыл хужалығы эштәре былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға йылдамыраҡ бара.
-Ауыл хеҙмәтсәндәре лә вирус таралыу ихтималлығын иҫкәрткән санитар нормаларҙы теүәл үтәргә тырыша. Уларға ошондай шарттарҙа эшләргә тура килә. Аграрийҙар «Росагролизинг” ауыл хужалығын кредитлау буйынса льготалы программаға ла әүҙем ҡушылды. Әлеге мәлдә уның ҡатнашыусылары араһында 47 райондың хужалыҡтары бар. Заякаларҙың дөйөм суммаһы бер миллиардтан ашыу, - тине министр.
Республика башлығы Радий Хәбиров, ауыл хужалығы ерҙәрен маҡсатлы файҙаланыу буйынса контролде көсәйтеүҙе йөкмәтте.
Фото Башинформдан алынды.