Әгәр водитель таныҡлығының ҡулланыу ваҡыты 1 февралдән 15 июлгә тиклем сыҡҡан йә сыға икән, юлда ҡурҡмай йөрөй алаһығыҙ. Президенттың Указына ярашлы, коронавирус һалыуына бәйле был документтың ҡулланыу мөҙҙәте автоматик рәүештә ваҡытлыса оҙайтылды. Алмаштырыу мәсьәләһен күрһәтелгән датанан һуң хәл итергә мөмкин.