+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 15:25

Социаль объекттарҙа эш туҡтатылмай

Өфө районының Михайловка ҡасабаһында ”Демография” милли проекты сиктәрендә 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән бергә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.

Өфө районының Михайловка ҡасабаһында ”Демография” милли проекты сиктәрендә 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән бергә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.
Объектҡа ағымдағы йылдың ғинуар айында нигеҙ һалынған һәм өс ай эсендә төҙөлөш күҙгә күренеп үҫкән.
Эпидемиологик хәлгә һәм ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамайынса, социаль объекттарҙа эштәр туҡтатылмай. Сөнки мәғариф комплексын сафҡа индереү көҙ айҙарына билдәләнгән.
2020 йылда республика адерслы инвестиция программаһы нигеҙендә “Мәғариф” линияһы буйынса 27 объект: 4 мәктәп, 20 балалар баҡсаһы һәм балалар баҡсаһы менән берлектә төҙөлгән өс мәктәпте сафҡа индереү күҙаллана.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: