+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 10:20

“Копейка”ға – 50 йәш

"АвтоВАЗ" заводының тәүге машина сығарыуына кисә 50 йыл тулды. Ошо айҡанлы Президент Владимир Путин эшсәндәр коллективын юбилей менән ҡотланы.

"АвтоВАЗ" заводының тәүге машина сығарыуына кисә 50 йыл тулды. Ошо айҡанлы Президент Владимир Путин эшсәндәр коллективын юбилей менән ҡотланы.
“1970 йылдың 19 апрелендә, 50 йыл элек, Волга автомобиль заводы конвейерынан легендаға күмелгән тәүге "ВАЗ-2101" төштө. Ошо ҙур байрам ваҡиғаһы айҡанлы һеҙҙе ҡотлайым”, - тине ил етәксеһе.
Һамар өлкәһендәге Тольятти ҡалаһында урынлашҡан заводтан ярты быуат эсендә 40 төрлө моделдар серияһына ҡараған 28,5 млн. машина сыҡҡан.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: