Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы тәҡдиме буйынса фекер алышыуҙар дауам итә.
Белгестәр әйтеүенсә, илдең төп документында “социаль дәүләт” тигән төшөнсәне анығыраҡ билдәләү өсөн кешеләрҙең фекере иҫәпкә алынасаҡ. Мәҫәлән, пенсия аҡсаларын, бәләкәй эш хаҡын йыл һайын индексациялауҙы һәм башҡа социаль гарантияларҙы нығытыу буйынса бүлектәр халыҡ фекерен белешкәндән һуң барлыҡҡа килгән.
Әгәр ҙә был нормалар Конституция тарафынан нығытыла икән, уны үтәү мотлаҡ буласаҡ. Элек улар федераль законда ҡаралған ине.
Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүҙе хуплау илдә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлеген һаҡлауға ла ярҙам итәсәк.
Төп документтың 68-се статьяһы, Рәсәй мәҙәниәте күп милләтле халыҡтарҙың үҙенсәлекле мираҫы, тип билдәләй.
Һәр милләт үҙенең телен белеү, уны өйрәнеү, үҫтереү өсөн шаттар тыуҙыра алырға тейеш, тип әйтелә. Эксперттар билдәләүенсә, тап тел һәм мәҙәниәт төрлөлөгө Рәсәйҙе уникаль һәм көслө ил итә.