+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 10:15

Гүзәл зат һаулығы һағында

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһына яңы маммограф ҡоролмаһы ҡайтарылған. «МАММО-РП» маммографы скрининг һәм диагностик тикшереүҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Ул рәсемдең юғары сифатлы, радиация дозаһы түбән, тотоноуға уңайлы булыуы менән яҡшы.

Әле инженерҙар яңы аппаратты ҡороу һәм һынап ҡарау менән мәшғүл. Тиҙҙән Нефтекама дауаханаһына яңы флюорография ҡоролмаһы ла ҡайтарылыуы көтөлә.
Фото Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: