+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 10:15

Донор булып ҡал

Бөгөн бөтә Рәсәй төбәктәрендә милли донор көнөнә арналған ”Донор булып ҡал” тигән акция старт ала.

Бөгөн бөтә Рәсәй төбәктәрендә милли донор көнөнә арналған ”Донор булып ҡал” тигән акция старт ала.
Акция ҡан хеҙмәте үҫеше дәүләт программаһы һәм дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йәштәр хәрәкәте тарафынан ойошторолдо. 20 апрелдән 22-һенә тиклем көн һайын иртәнге 8.30 сәғәттә, теләгән һәр кем, ҡан тапшырыу станцияһына килеп, Бөтә Рәсәй марафонында ҡатнаша ала.
Бөгөнгө ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә ҡарамайынса, элеккесә ҡан тапшырыу мөһим урында тора. Әгәр ҙә донорҙар ҡан тапшырмай башлаһа, онкология һәм башҡа етди сирлеләрҙең ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйыла.
Үҙен һау-сәләмәт итеп тойған, ауырыусылар менән бәйләнештә булмаған кешеләрҙе ҡан тапшырыу үҙәктәрендә көтөп ҡалалар. Табиптарҙың иҫкәртеүенсә, донор ҡанының компоненттарын һаҡлау өсөн ваҡыт сикле. Эритроциттар өсөн ул - биш аҙна, ә тромбоциттар өсөн - ни бары биш тәүлек. Ҡан тапшырыу үҙәктәре донорҙарға ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, уларға үҙҡурсаланыу көндәрендә саҡырыу ебәрә алалар.
Акцияла ҡатнашыу буйынса мәғлүмәттәрҙе ҡан хеҙмәтенең интернет-порталында белергә була www.yadonor.ru.
Донорлыҡ буйынса ҡыҙыу линия тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм ул бөтә ил буйынса түләүһеҙ- 8-800-333-33-30.
Шулай уҡ ”донор булып ҡал” оставайсядонором.рф тигән сайт эшләй башланы. Унда ҡан тапшырыу пункттарының адресы, әҙерләнеү процедуралары хаҡында файҙалы мәғлүмәттәр алырға мөмкин.
Бөгөндән ошо акцияға илдең 85 төбәгенән йәштәр хәрәкәте командалары ҡушыласаҡ. Башҡортостанда ул Өфөлә, Октябрьски һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үтә.
Фото Башинформ агентлығынан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: