+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 19:20

Бер тәүлектә COVID 52 кешене йыҡҡан

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһына бәйле яңы һандар килтерҙе. Шулай итеп, бер тәүлектә COVID-19 диагнозы тағы 52 кешегә ҡуйылған.

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһына бәйле яңы һандар килтерҙе. Шулай итеп, бер тәүлектә COVID-19 диагнозы тағы 52 кешегә ҡуйылған.
20 апрелгә ҡарата Башҡортостанда сир 347 кешелә асыҡланған. Шуларҙың 247-һе дауаханаларға һалынған, 74 ауырыу амбулатор шарттарҙа ята, һауығыу осрағы – 20, үткән тәүлектә 6 кеше аяҡҡа баҫҡан.
Бөтәһе 34 мең тест тикшерелгән, бер тәүлектә – 1972. Өфө һәм Өфө районы обсерваторҙарына 67 кеше карантинға ябылған.
Рәсәй буйынса 4268 инфекцияға дусар булыу осрағы теркәлгән. Илдә ауырыуҙар һаны – 47 121 кеше.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: