+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 21:25

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылырға ашығығыҙ!

20 апрелдә ташлама менән матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды. Шулай итеп, тик 20 – 30 апрелдә генә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 10 процентҡа арзаныраҡ хаҡҡа, йәғни 555 һумға яҙылырға мөмкин.

20 апрелдә ташлама менән матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды. Шулай итеп, тик 20 – 30 апрелдә генә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 10 процентҡа арзаныраҡ хаҡҡа, йәғни 555 һумға яҙылырға мөмкин.
Баҫмаға почта бүлексәләрендә, почтальондар аша һәм шулай уҡ, өйҙә ултырып, интернеттан онлайн яҙылырға мөмкин.
Әле республикала «Гәзит-журналдарға өйҙән яҙыл!» акцияһы бара. Был ысул COVID-19 инфекцияһы таралыуға бәйле халыҡтың өйҙә ултырыуы сәбәпле бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә.
Яратҡан журналыбыҙҙың яҙмышы нисек булыр, кешеләр өйҙән сыҡмай ултырғанда тираж йыя алырбыҙмы тип борсолабыҙ бөгөн?
Әгәр бергә булһаҡ, милли баҫмабыҙҙың киләсәген ҡайғыртһаҡ, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы йәшәр, киләһе быуындарға барып етер!
Интернеттан ошо һылтанма аша анһат ҡына яҙыла алаһығыҙ: https://podpiska.pochta.ru/ .
Инеп ҡарағыҙ, бер ҡыйынлығы ла юҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: