+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 12:56

Башҡортостан парламенты хоҡуҡи ярҙам буйынса ҡыҙыу линия асты

#домаяҡшыраҡДәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың ҡарары менән үҙҡурсаланыу көндәрендә кешеләргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса парламентта ҡыҙыу линия эшләй башланы.

#домаяҡшыраҡ
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың ҡарары менән үҙҡурсаланыу көндәрендә кешеләргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса парламентта ҡыҙыу линия эшләй башланы.
Әлеге мәлдә кешеләргә урамдарҙа йөрөү сикләнгән, күп кенә учреждениелар эшләмәй. Ләкин тормош бер урында тормай, һәр кемгә хоҡуҡи ярҙам кәрәк булыуы ихтимал. Шуға күрә депутаттар торлаҡ, ғаилә, хеҙмәт һәм башҡа өлкәләргә ҡағылған һорауҙар һәм закондар уйынса аңлатмалар бирәсәк.
Пандемия шарттарында, мәҫәлән, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле һорауҙар артҡан. Ҡыҙыу линияла Ҡоролтайҙа даими рәүештә эшләгән депутаттар ултырасаҡ. Линия иртәнге 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем эшләй. Номеры - 8(347)218-31-50.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: