+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 12:26

Акцияға депутаттар ҡушылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, “Донор булып ҡал” акцияһында ҡатнашып, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаларында ҡан тапшырҙы.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, “Донор булып ҡал” акцияһында ҡатнашып, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаларында ҡан тапшырҙы.
Улар араһында парламент рәйесе Константин Толкачев, депутаттар Рөстәм Әхмәҙинуров, Руфина Шаһапова һәм башҡалар бар. Акцияла депутаттарҙың туғандары, дуҫтары ла ҡатнашҡан.
-Бындай акцияларҙа депутаттар даими рәүештә ҡатнаша. Илдә миллион ярым кеше донор ҡанына мохтаж. Ә дауаханаларҙа ҡан дефициты. Айырыуса, бөгөн коронавирус пандемияһы ваҡытында кемдер беҙҙең ярҙамды көтә. Донорҙар етешмәй, табиптар бөтә йүнәлештәр буйынса ла көсөргәнешле эш алып бара. Ҡан көн һайын кәрәк,-ти парламент спикеры Константин Толкачев.
Депутаттарҙың был аҙымы “Донор булып ҡал” акцияһына күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү маҡсатын тота.
Акция хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыу телефон линияһы аша белешергә мөмкин-8800 -333-33-30
Фото Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай сайтынан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: