+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 01:40

“Һеңлекәш” иртәгә лә була!

Бөгөн күптәр киске сәғәттәрҙә телевизорын “Культура” каналына көйләгәндер. Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”повесы буйынса ҡуйылған “Һеңлекәш” фильмының бөтә Рәсәй буйынса премьераһы 2019 йылдың сентябрендә үткәйне. Фильм ялҡытмай, күптәр уны кинотеатрға барып ҡат-ҡат ҡараһа ла, бөгөн тағы экран янына килде...

“Һеңлекәш” фильмы хаҡында барыһы ла тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
“Иҫ киткес фильм! Ә балалар нисек уйнай! Бигерәк тә төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсуриндың уйнауы әсир итте . Илап ултырам...” – ти Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе Рәшиҙә Солтанова.
“Ҡараным да: “Вәт, исмаһам, фильм!” – тинем. Иларымды белеп, аш бүлмәһендә ҡараным, Әмир улым менән атаһы – залда. Кино бөткәс Әмир сыҡты ла, кинотеатрҙа ҡарағанда класташ ҡыҙҙар ҙа илағайны, ти. Йәмилде, һәйбәт малай, изге күңелле, тип һоҡлана. Мостай мәңгелек шул...” – ти БЮТ каналы журналисы Гөлдәриә Йосопова.
“Фильмды ейәндәрем менән тағы бер тапҡыр ҡараныҡ. Изгелеккә, иманға, сабырлыҡҡа мәдхиә был фильм! Бөйөк Мостайға, уның исемендәге фондҡа рәхмәт!” – ти Баймаҡ районынан журналыбыҙҙың дуҫы Луиза Ҡаһарманова.
Кем ҡарап өлгөрмәгән, борсолмағыҙ: фильм иртәгә лә “Культура” каналында 10.05 сәғәттә күрһәтеләсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: