+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 13:39

Балалар имтиханға әҙерләнә

Республикабыҙҙың сығарылыш синыф уҡыусылары – 9-сылар һәм 11-селәр өсөн Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса онлайн-консультациялар булып уҙҙы. Уларҙа 10 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Республикабыҙҙың сығарылыш синыф уҡыусылары – 9-сылар һәм 11-селәр өсөн Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса онлайн-консультациялар булып уҙҙы. Уларҙа 10 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Тарих буйынса БДИ-ға әҙерлек консультацияһын БДУ-ның Хоҡуҡ институты доценты, тарих фәндәре кандидаты Оксана Новикова, физиканан – БДУ-ның Физика-техник институты директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары, доцент, физика-математика фәндәре кандидаты Фәрит Закирйәнов үткәрҙе. Улар – был фәндәр буйынса БДИ һөҙөмтәләрен тикшереүсе республика комиссиялары рәйестәре.
Математика буйынса Төп дәүләт имтиханына әҙерлек консультацияһын юғары категориялы уҡытыусы Ольга Фомина, рус теленән – педагог-тикшеренеүсе Лилиә Ғәлимова һәм юғары категориялы уҡытыусы Наталия Борихина алып барҙы. Мөғәллимдәрҙең һәр береһе үҙ фәне буйынса ТДИ һөҙөмтәләрен тикшереүсе республика комиссияһы эксперты булып тора.
Улар имтихандар буйынса һорауҙарҙы тикшерҙе, башҡарылған эште баһалау, балл ҡуйыу үҙенсәлектәрен аңлатты һәм чатҡа уҡыусыларҙан килгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: