Бөрйән районында урынлашҡан Шүлгән-таш музей- ҡурсаулығының төҙөлөшөн артабан финанслау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә белдергән.
Уның әйтеүенсә, бөгөнгө ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, уникаль музей-ҡурсаулыҡтың төҙөлөшө иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
“Дүрт мең квадрат метрлыҡ төҙөлөш майҙанында палеолит дәүеренә ҡараған һүрәттәр менән ҙур экспозиция урын аласаҡ. Ул мәмерйәне өйрәнеү, “Урал батыр” эпосы һәм тәүтормош тарихына арналасаҡ. Ошо уҡ бинала ғалим-спелеологтарҙың эшмәкәрлеге өсөн лабораториялар, конференция залдары булған заманса фәнни үҙәк урын ала. Был Көньяҡ Уралда тәүге база. Объектты тапшырыу ноябрь айына планлаштырылған. Ә киләһе йылдың йәй айҙары ул туристарҙы ҡабул итеү өсөн асыҡ буласаҡ. Шуға күрә инвесторҙарҙы ике ҡунаҡхана һәм ресторан төҙөлөшөнә иғтибар итергә саҡырабыҙ",- тип яҙа Республика Башлығы.
Ысынлап та, вирустар килә лә китә, ә донъя туристарын йәлеп итеү өсөн эшләнгән әһәмиәтле объект урындағыларҙың мәнфәғәте өсөн оҙаҡ хеҙмәт итергә тейеш.