+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 08:20

“Әй болондары”нда һөт тәмле

Дыуан районы Мәсәғүт ауылында тәбиғи һөт ризыҡтары етештергән “Әй болондары” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2019 йылда табыш килтереүсе проекттар конкурсында еңеүселәрҙең береһе булған. Ул 3 миллион һумлыҡ грант отҡан.

Дыуан районы Мәсәғүт ауылында тәбиғи һөт ризыҡтары етештергән “Әй болондары” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2019 йылда табыш килтереүсе проекттар конкурсында еңеүселәрҙең береһе булған. Ул 3 миллион һумлыҡ грант отҡан.
2019 йылда районда бындай уңышҡа бер юлы дүрт кооператив ирешкән.
Табыш килтереүсе проекттар нигеҙендә ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү программаһы республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Кооперативҡа 11 пайсы ингән. Улар араһында 2 яуаплылығы сикләнгән ойошма, 4 фермер хужалығы һәм 5 шәхси ярҙамсыл хужалыҡ бар. Кооператив ағзаларында бөгөн барыһы өс йөҙгә яҡын һыйыр малы иҫәпләнә.
Грант аҡсаһына кооператив һөттө пленка шыптырға үлсәп төрөү өсөн аппарат, 75, 250, 500 литрлыҡ өс оҙайлы пастеризациялау ваннаһы, 15-әр кубометрлы һыуытҡыс һәм туңдырғыс, май яҙғыс, сепаратор, өҫтәлдәр, һөт йыйыу һәм әҙер ризыҡты ташыу өсөн мини-фургон һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар алған.
Әле бында тәүлегенә 200 – 250 литр һөт эшкәртелә. Аҡ май һәм һаҡсыл пастеризацияланған һөт әҙерләнә. Тиҙҙән кефир, эремсек, ҡаймаҡ етештерергә ниәтләнәләр. “Беҙ тәбиғи майлы һөт етештерәбеҙ, үҫемлек майҙары бөтөнләй ҡушылмай. Уны һаҡсыл пастеризациялайбыҙ, шуға ла һөтөбөҙ бик сифатлы һәм тәмле”, – ти “Әй болондары” кооперативы рәйесе Илфат Әхмәтйәнов.
Бөгөн “Әй болондары” кооперативы етештергән ризыҡтар Дыуан районы буйынса тарала, бер аҙы Силәбе өлкәһенә китә. Кооператив тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, етештергән һөт ризыҡтарын республиканың башҡа төбәктәренә лә сығара башларға ниәттәре.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: