Бөгөн таңғы 4 сәғәт 17 минутта “Урал авиалиниялары” самолеты менән Өфөгә Бангкоктан Рәсәй туристары ҡайтты.
Башта самолет, Ҡазанда туҡтап, 111 кешене төшөрә лә ҡалғандарын Өфөгә алып китә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте әйтеүенсә, Өфө аэропортына 68 кеше килеп төшә, унауһы – балалар. “Ҡайһы бер төбәктәр үҙ кешеләрен сит илдән сығарыуҙы ойоштора алманы. Беҙҙе ҡайтарыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалған Башҡортостан һәм Татарстан етәкселәре – Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлехановҡа ҙур рәхмәт!” – тине юлдаштары исеменән Андрей Вяткин.
Туристар шунда уҡ анкета тултырған, Роспотребнадзорҙың мотлаҡ карантин тураһында ҡарарын алған һәм коронавирусҡа тест үткән. Араларында температураһы юғары кешеләр юҡ. Уларҙың бөтәһе лә обсерваторға ебәрелгән.
Фото "Башинформ"дан алынды.