Коронавирусҡа түләүле тест тикшереүен «МЕГИ» медицина үҙәгендә, «МедиаЛаб» һәм «Лорак» лабораторияларында үтергә мөмкин.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лаборатор диагностика буйынса штаттан тыш баш белгесе Фәнил Билалов әйтеүенсә, тикшереүгә паспорт менән килергә һәм телефон аша алдан яҙылырға кәрәк. Тағы бер шарт – тест үтеүселә температура, киҫкен вируслы инфекция билдәләре булмаҫҡа тейеш.
Анализдар танауҙан, тамаҡтан алына. Улар дөрөҫ булһын өсөн, лабораторияға барыр алдынан кәмендә ике сәғәт танау һемгерергә, ашарға, ауыҙ сайҡатырға, теш таҙартырға ярамай. Тикшереү хаҡы – 1200 –1900 һум.
Әгәр кешелә коронавирус асыҡлана икән, лаборатория был хаҡта Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына хәбәр итә һәм биоматериалды яңынан тикшереүгә ебәрә.