-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 13:20

Әсәйебеҙ халыҡ ижадына һөйөү уятты

#домаяҡшыраҡМилли кейемдәргә иғтибар, уның элементтарын йөрөтөү, биҙәүестәр ҡулланыу беҙҙең тормошобоҙға тәрән үтеп инде. Бөгөн милли орнаменттар, ҡатын-ҡыҙҙың кейем өлгөләрен, биҙәүестәрен кемдәр генә эшләмәй. Ололар ҙа, хатта йәштәр ҙә оҫтарҙы.

#домаяҡшыраҡ
Милли кейемдәргә иғтибар, уның элементтарын йөрөтөү, биҙәүестәр ҡулланыу беҙҙең тормошобоҙға тәрән үтеп инде. Бөгөн милли орнаменттар, ҡатын-ҡыҙҙың кейем өлгөләрен, биҙәүестәрен кемдәр генә эшләмәй. Ололар ҙа, хатта йәштәр ҙә оҫтарҙы.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе, сәнғәт училищеһында студенттарҙы рәссамлек серҙәренә төшөндөрөүсе ҡыҙҙар Зәлиә һәм Әлиә Сиражетдиновалар журналыбыҙҙың апрель һанында үҙҙәренең эштәре менән таныштырасаҡ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы биҙәүесенең айырылғыһыҙ өлөшө булған һаҡал-түшелдеректәр, ҡашмауҙар ғына түгел, ә милли ҡурсаҡтар, кейеҙҙән паннолар эшләү менән мауыға улар.
-Әсәйебеҙ Зилә Хәмитйән ҡыҙына ҙур рәхмәт. Ул һөнәре буйынса тегенсе. Беҙгә бала саҡтан халҡыбыҙ ижадына һөйөү уятты. Үҙе эшләгән һаҡал-ҡашмауҙар бүләк итте. Шунан уны заманса стилдә артабан дауам итеү идеяһы үҙебеҙҙә тыуҙы. Ул ғына ла түгел, милли ҡурсаҡтар, картиналар яһау теләге барлыҡҡа килде. Был шөғөл аҡса сығанағы түгел, күберәк күңел өсөн. Ләкин беҙҙең ҡурсаҡтар бик үтемле. Айына ике-өстө эшләргә мөмкин, - ти Зәлиә Сиражетдинова-Моталлапова.
Әлиә менән Зилиә – игеҙәктәр.Үҙҙәре әйтмешләй тыуғандан алып бергә. Бер ҡалала йәшәйҙәр, шунда тормош ҡорғандар. Әлиә - ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләй, Зәлиә ике ҡыҙ үҫтерә.
Бөгөн - милли костюмдар көнө. Әлеге шарттарҙа уны, майҙансыҡтар ҡороп, парадтар ойоштороп, ололап үткәреү мөмкинлеге юҡ. Сара барлыҡ мәктәптәр, мәҙәниәт учреждениелары, ябай кешеләр ҡатнашлығында онлайн форматында үтә. Оҫталар үҙҙәренең эш өлгөләрен күрһәтә. Теләгәндәргә мастер-класстар ойоштора, милли кейемдәрҙә фотоға төшөп, флешмобта ҡатнашырға, уның тарихын һөйләргә лә мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: