+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 08:25

Мал аҙығы экспорты арта

“Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 2020 йылдың тәүге кварталында республика буйынса экспортланырға тейешле 14 меңдән ашыу тонна үҫемлек мал аҙығын тикшергән.

Ветеринар күҙәтеү бүлеге белгестәре 217 партия мал аҙығын тикшергән. 14424,1 тонна көнбағыш һәм сөгөлдөр һығындыһы шроты (эре тарттырылған он) Башҡортостандан Латвияға, Литваға, Нидерландҡа, Швейцарияға, Эстонияға оҙатылған.
Тимер юлы менән оҙатылған йөк барлыҡ талаптарға яуап биргән. Продукция партияһына экспорт ветеринар сертификаттары тапшырылған.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса 2024 йылға ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау 45 миллиард долларға етергә тейеш.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: